Айбулат Фларидович Сәсәнбаев

Мин яратҡан өс хәреф


Скачать книгу

Си Цзиньпин һәм Гөл йәшәгән ер ике төрлө кварталға ҡарай, шуға ла улар араһында айырма ҙур. Ике ярҙы соҡор өҫтөнән төҙөлгән тимер күпер ялғай. Артта, туҡталыштан трамвай ҡуҙғалды, күпер һелкенгәндәй тойолдо. Бәлки, Дим үҙе сайҡалалыр? Бығаса ул бер ҡасан да Гөлдөң фатиры янына килгәне булманы. Нисек туҡталышта таныштылар, шунда уҡ аралашыуҙарын дауам иттеләр.

      Ах, был көндө яҡшы хәтерләй егет. Иртәнсәк трамвай көтөп торған әҙәмдәр араһынан ошо һылыу ҡыҙ ғына айырыла ине, Гөлдөң ҡып-ҡыҙыл кедылары һаман да егеткә бешкән ҡыҙыл бөрлөгәнде хәтерләтә. Ҡыҙ йөҙөнә төшә биргән сәстәрен төҙәтә-төҙәтә рюкзагында соҡона ине, гүйә, уның төбөндә алтын табырға теләй. Юҡ, алтын түгел, телефон зарядкаһы ғына икән. Дим ҡыҙға ярҙам кәрәкмәйме, тип һорап килгән ине. Гөл төнөн телефонына көс йыйҙырмаған, ә хәҙер бына йыйҙыртҡысын да алырға онотҡан, ә йәш кеше дүрт пара буйына университетта нимә эшләргә тейеш? Бөтә донъя ошо экранға һыйған бит.

      Дим үҙенең заряднигын биреп торорға тәҡдим итте. Ошонда ғына йәшәйем бит, тип өйөнә боролдо. Ҡапҡанан сыҡҡанда трамвай ҙа килгән ине. Дим ябылып барған ишеккә саҡ һикереп инеп өлгөрҙө.

      –Бына, – тине ул аҡ сым һуҙып. Тап килергә тейеш.

      – Рәхмәт, – тип ҡарашын күтәрҙе ҡыҙ. – Мин һине шаяртҡан икән, тип уйлағайным. Исемем Гөл була. Ә һинеке?

      – Мин – Дим, – тип яуапланы егет.

      – Кискеһен индереп бирермен.

      Һәм ҡыҙ, ысынлап та, кисен әйберен индереп бирҙе. Шул саҡ тәүгә тәҙрәгә шаҡығайны. Бынан ары улар иртән күрешә башланы, аҙаҡ киске ритуал да барлыҡҡа килде. Бер мәл Гөл имтихан тапшырырға барғанда: “Әгәр шуны бирә алмаһам, мине әсәм үлтерә,” – тигәйне. Дим быға ҡайғырасағын белдерҙе һәм әгәр барыһы ла яҡшы булһа, киске ун бер тулғас өс тапҡыр бүлмәһендә ут ҡабыҙып һүндерергә тәҡдим итте. Бынан ары кис һайын шулай булды ла.

      Гөл үҙе Өфөнән түгел, Дим кеүек үк баш ҡалаға белем алырға килгән. Ә фатир бер туған апайы менән еҙнәһенеке. Улар йәшәп ҡарарға тип, сит илгә күсенгән, Гөл шуға ла туғанының фатирын ҡараштырып тора.

      Күпер сеткалы ҡапҡаға барып терәлде. Был яҡта уба ситен ҡойма менән уратҡандар икән. Ни тиһәң дә яңы төҙөлгән күп фатирлы йорт, бында йәшәүселәрҙең күбеһендә бәләкәй балалар бар, уларҙы һаҡларға кәрәк. Бәхеткә күрә, ҡапҡала йоҙаҡ булманы.

      Дим ситтәнерәк тороп Гөлдөң тәҙрәһен эҙләй башланы. Тәҙрә ике подъездың ҡап уртаһында урынлашҡан, әйҙә, хәҙер уйлан инде. Исмаһам, йорттоң был яғына сыҡҡан фатирҙар нисә бүлмәле икәнен дә белмәй. Ә бер ҡатта нисә фатир? Дим башта береһенә инеп разведка яһарға булды. Тик был сәғәттә почтальон, йә курьер булып ҡыланыу сәйер. Шуға ла егет эскәмйәгә ултырып берәйһе сыҡҡанын көтә башланы.

      Күп ваҡыт та үтмәне, Дим янына ниндәйҙер егет килеп тексәйә башланы. Марат бит был, Гөлдөкө.

      – Димһеңме әле? – тине ул һаулыҡ һорашырға һуҙған ҡулды күрмәмешкә һалышып.

      – Эйе, ә һин Маратмы?

      – Бында нимә эшләйһең?

      – Ә, мин бит бында, яҡында йәшәйем. Гөлдө күптән күргән юҡ, берәй нәмә булдымы икән әллә, тип килгәйнем.

      – Шунан?

      – Шул,